Мәктәпкә

Махсус хәрби операция ветерандары яуҙаштарының балаларын мәктәпкә оҙатты, ә ғаилә үҙәге беренсе класс уҡыусыларына мәктәп кәрәк-яраҡтары бүләк итте.
  • Мәктәпкә

Эске эштәр министры балалар йорто тәрбиәләнеүселәрен белем көнө менән ҡотланы. Ошо турала беҙҙең хәбәрселәр әҙерләгән яҙмала.

Яу ҡырында ятып ҡалған хәрбиҙәрҙең һәр балаһын тиерлек мәктәпкә оҙаттылар. "Янында булыу" акцияһында махсус хәрби операция ветерандары беренсе йыл ҡатнашмай. Яугирҙарҙың туғанлыҡ бурысы – мәктәпкә оҙатып, яңы уҡыу йылына беренсе аҙым эшләргә ярҙам итеү.

Тантанаға йәнһүрәт геройы Чебурашканың килеүе кеселәрҙе генә түгел, өлкәндәрҙе лә битараф ҡалдырманы. Махсус хәрби операция ветерандары ассоциацияһы вәкилдәре “Беҙ бергә” ғаилә үҙәге тәрбиәләнеүселәренә әфлисундар менән бергә күңелле бейеү ҙә бүләк итте. Башҡортостандың Эске эштәр министрлығы күптән “Беҙ бергә” ғаилә үҙәген шефлыҡҡа алған. Министр Александр Воронежский даими уның тәрбиәләнеүселәре менән аралаша, был юлы ла хеҙмәттәштәре менән ҡотларға килде. Ҡунаҡтарҙы ғаилә үҙәгендә һәр ваҡыт көтәләр. Дуҫтарҙың күп булыуы сәбәпле ошондай байрамдар йыш уҙғарыла. Байрам кем әле яуҙа, кем инде ветеран һәм әле генә белем донъяһына ишек асҡан кескәйҙәрҙе берләштерҙе. Үҙәк етәкселәре билдәләүенсә, бындай иғтибар балаларға тормошта ышаныслы атларға ярҙам итәсәк.