Парламенттың түбәнге палатаһы рәйесе Вячеслав Володин әйтеүенсә, уларға был норматив-хоҡуҡи актты тормошҡа ашырыу буйынса халыҡтан күп мөрәжәғәттәр килә. Шуға күрә, депутаттар уның ҡайһы бер положениеларын төҙәтергә йәки юҡҡа сығарырға тәҡдим иткән. Вячеслав Володин әйтеүенсә, шәхси ярҙамсы хужалыҡтарҙы үҫтереү өсөн шарттар тыуҙырырға, ә күҙәтеү һәм санитар именлек тип халыҡты аптырашта ҡалдырған ҡарарҙар ҡабул итеү урынһыҙ, тигән парламент спикеры. 2023 йылдан алып илдә мал-тыуарҙы һәм ҡош-ҡортто тамғалау эше алып барыла. Башта һыйыр малдары, аттар һәм сусҡалар, ҡуяндар, бал ҡорттары, ҡиммәтле тиреле йәнлектәр тамғаланғайны. Хәҙер инде ҡоштарға ла сират етте.
Халыҡты аптырашта ҡалдырған ҡарар
Дәүләт Думаһы Рәсәй хөкүмәтенә хайуандарҙы иҫәпкә алыу ҡағиҙәләре тураһында ҡарарына, уларҙың төрҙәре, исемлегенә, шулай уҡ бының өсөн мөҙҙәткә төҙәтмәләр индерергә тәҡдим итте.







