Башҡортостан Башлығы буласаҡ геологтар менән осрашты.
"ГеоСаҡырыу" ҙур һөнәри майҙансыҡ. Бында үҙеңдең белемеңде тикшерергә, һәм иң мөһиме — эш биреүселәр менән танышырға мөмкин. Ҡатнашыусылар өсөн оҫталыҡ дәрестәре, мәҙәни һәм спорт программаһы, экскурсиялар ойошторола. Шулай уҡ, Көньяҡ Уралдың тәбиғәт һәм геологик объекттарына экскурсиялар әҙерләнә. Чемпионатты асыу тантанаһында республика Башлығы Радий Хәбиров ҡатнашты.
Ер аҫты байлыҡтарын файҙаланыу буйынса федераль агентлыҡ етәксеһе Олег Казанов, йәштәрҙең профессиональ үҫеше өсөн чемпионаттың әһәмиәтле булыуын билдәләне.
Ҡатнашыусыларҙы 12 төр буйынса һынауҙар көтә, шул иҫәптән минералогия, палеонтология, геохимия, нефть һәм газ эше, геологик маршрут һәм башҡалар.Быйыл еңеү өсөн бөтәһе өс йөҙгә яҡын студент көс һынаша. Рәсәйҙең ун туғыҙ төбәгенән һәм сит илдән ун өс команда сығыш яһай.
Шулай уҡ чемпионат эш биреүсе менән танышыу мөмкинлеген бирә."ГеоВызов" тәжрибә уртаҡлашыу, таланттар эҙләү һәм геолог һөнәрен үҫтереү өсөн ҙур халыҡ-ара студенттар майҙансығы булып тороуын тағын да бер ҡат раҫланы раҫлай. Чемпионат 9 сентябргә тиклем дауам итә.







