Өфөлә Ленин паркы яңыртылғандан һуң Республика көнөнә - 11 октябргә асыла

Унда әле төҙөкләндереү эштәре дауам итә, ә эштәр барышын йәмәғәт палатаһы ҡарамағындағы махсус комиссия ғына түгел, республика башлығы Радий Хәбиров та ныҡлы күҙәтеүгә алған.
  • Өфөлә Ленин паркы яңыртылғандан һуң Республика көнөнә - 11 октябргә асыла

Палата ағзалары объектта булып тағы ла бер тапҡыр төҙөкләндереү нисек барыуы менән танышты. Хәбәрсебеҙ Ғәзиз Лоҡманов репортажы.

Төҙөкләндереү эштәре бында йылдам бара. Йәмәғәт контроле көслө. Парк күҙгә күренеп матурая.

Парктағы объекттар уйланып эшләнгән. Ул ике биләмәгә бүленгән. Беренсеһе — ял итеү өсөн, икенсеһе — әүҙем ял өсөн тәғәйенләнгән. Паркка төрлө урындарҙан инергә мөмкин. Әммә төп инеү урынында төҙөүселәр порт һөм коллонадалы тарихи конструкцияға өҫтөнлөк биргән.

Бындағы фонтандар гранит менән тышланасаҡ. Уларҙың береһе әле тулыһынса әҙер.

Төҙөүселәр әйтеүенсә, инженер селтәрҙәре 85 процентҡа әҙер. Ергә ваҡланған таш та түшәлә. Әүҙем ял итеү биләмәһендә спорт һәм уйын майҙансыҡтары 95 процентҡа әҙер. Республикалағы иң ҙур памп-трек та бында урынлашасаҡ.Әлегә бында балалар тауышы ғына етмәй. Ғөмүмән, Өфөлә тиҙҙән заманса парк барлыҡҡа киләсәк. Ул республика көнөнә асылыр, тип көтөлә.