МХО-ла ҡатнашыусылар тештәрен дауалай

Башҡортостанда махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың тештәрен дауалау буйынса программаны тормошҡа ашырыу дауам итә.
  • МХО-ла ҡатнашыусылар тештәрен дауалай

Уға ярашлы, ғәмәлдәге хәрбиҙәр һәм ветерандарға республика ҡаҙнаһынан аҡса бүленә. Уҙған йылда ғына дәүләт ярҙамы менән 500 яугирфайҙаланып, тешен дауалаған. Беҙҙең хәбәрселәр репортажы.

“Булатхаҡ" позывнойы алған яугирға бер ай ял биргәндәр. Ошо ваҡыт эсендә ул Өфөлә тештәрен дауаларға иҫәп тота. Ир билдәләүенсә, был аҙымға барырға оҙаҡ ваҡыт баҙнат итмәгән.Тештәрҙе дауаларға аҙ ваҡыт ҡалған. Ауыҙ ҡыуығын тикшергәндән һуң табип ваҡытты оҙаҡҡа һуҙмай, пациентты әҙерләй башлай. Пациент өсөн дауалау бушлай. Республика теш дауалау поликлиникаһында бер йыл тирәһе махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға ярҙам итеү программаһы тормошҡа ашырыла. Уға ярашлы, ғәмәлдәге яугирға һәм ветеранға тештәрен дауалау өсөн республика бюджетынан 100 мең һум бүленә.

"Өфө" позывнойлы ветеран да тешен дауалау мөмкинлеге менән файҙаланып ҡалырға ҡарар иткән.Спортҡа һөйөү яу ҡырында ярҙам да иткән. Теш табибы Ольга Биглова Ватан һаҡсыларын ихлас ҡабул итә. Ул үҙе лә гуманитар ылауҙар оҙатыуҙа ҡатнаша, фронт һыҙығында яугирҙарға беренсе медицина ярҙамы күрһәтә. Бында махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм ветерандарға күп төрлө медицина ярҙамы күрһәтелә.Теш ҡуйыуға килгәндә Республика теш дауалау поликлиникаһы яңыраҡ яңы медицина ҡорамалдары менән тәьмин ителгән, был иһә дауалауҙы еңелләштергән. Йәғни, яңы техник лаборатория протез һәм импланттарҙы тиҙ арала һәм бер урында эшләргә мөмкинлек бирә.Яугирға йә ветеранға бушлай тешен дауалау өсөн йәшәгән урын буйынса поликлиникаға мөрәжәғәт итергә кәрәк. Бында табип республика поликлиникаһына йүнәлтмә бирә. Быйыл тағы ла 38 яугир тешен дауалайым тип сиратҡа яҙылған. Программа үҙ эшен артабан да дауам итәсәк һәм ветерандар сәләмәтлектәрен нығыта аласаҡ.