Табиптар тәбиғәткә сыҡҡанда һаҡ булырға саҡыра

Республикала геморрагик биҙгәк менә ауырыусылар арта.
  • Табиптар тәбиғәткә сыҡҡанда һаҡ булырға саҡыра

Бөйөр синдромлы геморрагик биҙгәк — тәбиғи сығанаҡлы йоғошло ауырыу. Уны башлыса йорт һәм ҡыр сысҡандары тарата. Сирҙең төп билдәләре: тән температураһының күтәрелеүе, баш һәм мускулдар ауыртыуы, дөйөм хәлһеҙлек. Ҡайһы берҙә танау тоноу, йүткереү, тамаҡ шешеүе күҙәтелә, ти табиптар. Сысҡан биҙгәгенең ҡотороуы тәбиғәт шарттары менән бәйле. Ҡыштың йылы килеүе, ҡарҙың аҙлығы, яҙғы осорҙа йылға-күлдәрҙең ташып аҡмауы ла сирҙең әүҙемләшеүенә булышлыҡ итә. Геморрагик биҙгәккә ҡаршы ниндәй ҙә булһа вакцина йәки иммуноглобулин юҡ. Уны тик дөйөм санитария ҡағиҙәләрен үтәп кенә иҫкәртергә мөмкин. Ә бер тапҡыр был сиргә юлыҡҡан кеше ҡабаттан ауырымаясаҡ, ти табиптар. Уның организмында ауырыуға ҡаршы иммунитет барлыҡҡа килә. Башҡортостан табиптары сентябрь, октябрь айҙары хәүефле осор тип иҫәпләй. Шуны ла белеү мөһим: сысҡан биҙгәге кешенән кешегә йоҡмай.