Салауат ҡалаһы янындағы Муса ауылын һыу баҫа башлаған.
Әгәр һыу кимәле тағы ла күтәрелһә, ауылда яҡынса 634, Желанный ауылында 163 йорт һыу аҫтында ҡаласаҡ. ЮТВ салауат телеканалы хәбәр итеүенсә, халыҡты ваҡытлыса урынлаштырыу өсөн махсус пункттар әҙерләнгән. Ташҡынға бәйле хәл әле самолеттан күҙәтелә.Башҡортостан буйынса гидрометеорология һәм тирә-яҡ мөхитте күҙәтеү идаралығы хәбәр итеүенсә, бөгөн Дуҫлыҡ монументы янында Ағиҙел йылғаһының кимәле 15 сантиметрға күтәрелеп, 618 сантиметрға етте. Шаҡша янында Ҡариҙел йылғаһының кимәле 584 сантиметр Һуңғы тәүлектә 7 сантиметрға артҡан. Бочкарево ауылы эргәһендә Дим йылғаһы 482 сантиметр.