Башҡортостан хужалыҡтары яҙғы баҫыу эштәренә төштө.
Бөгөн коопертивтар яландарҙы ашлау, тырматыу менән мәшғүл. Әммә, һауа торошоноң насар булыуы быйылғы уңыш күләмендә лә сағылыш табасаҡ. Ауыл халҡы иген-бойҙайҙың кәмерәк буласағын фаразлай.Саҡмағош хужалыҡтары өсөн быйылғы сәсеү һынауға әйләнеүе ихтимал. Районда машина-трактор паркы яңы, техника, яғыулыҡҡа ҡытлыҡ булмаһа ла, хужалыҡ эшселәре көн торошона зарлана. Һуңлап килгән яҙ бөтә эштәрҙе тотҡарлай. ”Октябрь” йәмғиәтендә 850 гектарҙа ужым бойҙайы, 120 гектарҙа ужым арышы сәселгән. Хужалыҡтар әле үҫентеләрҙе һаҡлау, уларҙы ағыулауға иғтибар бүлә. Көҙ иртә килеп, быйылғы яҙҙың һуң башланыуы үҫентеләргә кире йоғонто яһай. Һауа торошо насар булыу сәбәпле, улар ныҡлап үҫешә алмай. Башҡортостанда әлегә ете районда күп йыллыҡ үләндәрҙе туҡландырыу башҡарыла. Ауыл хужалығы министрлығы мәғлүмәттәренә ҡарағанда, республикала орлоҡ етерлек. Яңы орлоҡтарҙы төрлө бөжәктәрҙән һаҡлау өсөн, уны тәүҙә махсус препараттар ярҙамында ағыулайҙар. Саҡмағош хужалыҡтары быйылғы сәсеүгә тулыһынса әҙер. Әммә, мөһим кампанияны тик әлеге лә баяғы һауа шарттары ғына тотҡарлай. Тәбиғәт тә, тиҙҙән республика игенселәренә үҙе ярғамға килер, тигән өмөт бар. Башҡортостанда был аҙнала көндәр йылытырға тейеш. Хәҙер инде төп маҡсат – көндәр ныҡлап эҫеткәнсе, ерҙәге дымды һаҡлап, сәсеүҙе тиҙ арала башҡарып сығыу. Саҡмағоштар үҙҙәре алдында ошондай бурыс ҡуя.