ДДТ төркөмө Өфөлә йәнә тамашасы алҡыштарына күмелде.
Юрий Шевчук тыуған ҡалаһында “Моң тарихы”-“История звука” тип аталған гастроль туры сиктәрендә ҙур концерт бирҙе. Үҙ сығышын ДДТ танылған йырынан башланы. Былтыр көҙ старт алған гастроль туры юҡҡа ғына “Моң тарихы” тип исемләнмәгән. Программаға төркөмдөң Өфө Телеүҙәгендә яҙҙырылған тәүге альбомынан башлап, әлегә һуңғыһы тип иҫәпләнгән, 2014 йылғы альбомдағы йырҙары ингән. Шуға ла тамашасыларҙың һәр йырҙы Шевчукка ҡушылып йырлағаны ғәжәп түгел. Осрашыуҙы тамашасылар түҙемһеҙләнеп көтөп алды. Концертҡа тотош ғаиләләре менән килгәндәр, күптәр Өфөгә етер өсөн тиҫтәләгән саҡрымдар үткән. Араларында Ҡытай провинцияһынан килгән моң һөйөүселәр ҙә бар. Юрий Шевчук билдәләүенсә, яңы концерт программаһы йырҙар йыйынтығы ғына түгел, ә уның күңеле аша үткән ил тарихы. ДДТ төркөмөнөң Өфөлә тамамланған халыҡ-ара гастроль туры иһә танылған яҡташыбыҙҙың күркәм юбилейына арналды.