Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә ул бындай хәлдәр ҡабатланмаһын өсөн урындағы хакимиәттәргә ауыр хәлдә йәшәгән ғаиләләр менән даими эшләргә саҡырҙы. Хәбәрсебеҙ Ғәзиз Лоҡманов сюжеты.
Оператив кәңәшмәне Радий Хәбиров 3 районда мобиль китапханаларҙы видеобәйләнеш аша асыу сараһы менән башлап ебәрҙе. «Ғаилә» милли проекты сиктәрендә Башҡортостанда барлығы 22 мәҙәниәт усағы модернизациялана, был маҡсатҡа федераль бюджеттан 177 миллион һум аҡса бүленгән. Бөгөндән Асҡын, Ауырғазы һәм Балаҡатай районында замансалаштырылған китапханалар эшләй башланы. Үткән аҙна ваҡиғаларын барлап республика етәксеһе яңы уҡыу йылы башланыуға бәйле сараларға туҡталды. Капиталь ремонттан һуң асылған Рәсәй Геройы Максим Серафимов исемендәге мәктәптә эштәрҙе тамамлауға 1 ай ваҡыт бирҙе.
Ә бына 1 сентәрҙә Кушнаренко районындағы күңелһеҙ ваҡиғаға бәйле Радий Хәбиров урындағы етәкселәргә ҡаты киҫәтеү яһаны. Ике бала араһында күптән конфликт була, әммә мәктәп быға артыҡ иғтибар бирмәй. айон хакимиәте башлығына ла Радий Хәбиров һуңғы шелтә еткерҙе. 3 баланың үлеменә алып килгән янғын өсөн яуаплылыҡ та урындағы властар намыҫында.
Нефтекама янындағы Әмзә ауылында шәхси йортта ут сығып балалар янып үлде. Радий Хәбиров фажиғә сәбәптәрен һәм йорттағы иҫкәртеү ҡоролмаһының ни өсөн эшләмәүен тикшерергә, бындай хәлдәр ҡабатланмаһын өсөн урындағы хакимиәттәргә ауыр хәлдә йәшәгән ғаиләләр менән эшләргә саҡырҙы.
Ураҡ кампанияһы барышы менән таныштырып вице-премьер Илшат Фәзрахманов һауа торошона бәйле урып-йыйыу эштәренең бер аҙ һуңлай килеүен белдерҙе. Шулай ҙа уңыш яҡшы. Хаҡтарҙың түбән булыуына бошонмаҫҡа саҡырҙы тармаҡ министры. Ә ашығыс сығымдарҙы ҡаплар өсөн льготалы кредит менән файҙаланыу мөмкинлеге барлығын иғлан итте. Рәсәйҙең Ауыл хужалығы министрының Башҡортостанға эш сәфәре һөҙөмтәләре нигеҙендә республика аграрийҙары өсөн өҫтәмә лимит бүленгән.
Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙы даими спортҡа йәлеп итеү маҡсатында төбәктә айырым саралар планы булдырылған. Ошо туралағы докадтан билдәле булыуынса, 63 ветеран ундан ашыу спорт төрө буйынса төбәк йыйылма командаларына ингән. Улар иәбендә 3 тиҫтә ярым еңеүҙәр ҙә бар. 148 спорт объекттарында яугирҙәр өсөн бушлай спорт менән шөғөлләнеү мөмкинлеге бар. Был сараға шәхси спорт объекттары ла ҡушыла.
Радий Хәбиров яраланып ҡайтҡан ветерандарға ауыл ерендә лә спорт менән шөғөлләнеү өсөн мөмкинлектәрҙе барларға ҡушты. Эште системаға һалыу өсөн ярты йыл ваҡыт бирҙе. Баҡсасылыҡ ширҡәттәренә илткән юлдарҙы тәртипкә килтереү буйынса отчет менән Транспорт һәм юл хужалығы министры сығыш яһаны. Быйыл 55 баҡсаға юлдарҙы рәтләү өсөн бюджеттан 150 миллион һум бүленгән. Ҡаҙағстанда теүәл фәндәр буйынса фәнни алыш форматонда үткән ярыштарҙан ҙур еңеүҙәр менән ҡайтҡан Башҡортостан уҡыусыларына һәм уларҙың остаздарына Радий Хәбиров рәхмәт белдерҙе. Ә иң яҡшы табип бөтә Рәсәй конкурсында еңеүсе 7 яҡташыбыҙ республикала һаулыҡ һаҡлау тармағының бөгөнгө торошона баһа булып тора.







