Фажиғә урынында тәфтишселәр, эске эштәр һәм ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлыҡтары хеҙмәткәрҙәре эшләй. Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса Әмзә ауылында бер ҡатлы торлаҡ йорттағы фатирҙарҙың береһендә йортта янғын сыға. 50 квадрат метрҙа ут һүндергәс 4,6 һәм 12 йәшлек балаларҙың кәүҙәләре табыла. Әле уларҙың үлем һәм янғын сәбәптәре тикшерелә.
Әмзә ауылында өс бала утта янып үлгән
Республиканың Тәфтиш комитеты Нефтекама ҡалаһының Әмзә ауылында өс баланың үлеме сәбәпле енәйәт эше ҡуҙғатты.







