Республиканың сәнғәт үҙәктәренең береһенә нигеҙ һалыныуға 260 йыл. Байрам сараларында Радий Хәбиров ҡатнашты. Стәрлетамаҡ 3 көн дауамында үҙенең тарихи йөҙөн үҙгәртте. Ҡаланың сауҙагәрлек үҙәгенә әйләнеүе осраҡлы түгел. Тоҙ пристане булараҡ тәүге аҙымын яһаған Стәрлетамаҡ хәҙер Башҡортостан сәнәғәте гиганттарының береһе. Бишенсегә уҙғарылған фестиваль бөгөн халыҡ-ара кимәлдә танылыу таба. Ҡала халҡы, ҡунаҡтар бай тарихи ҡомартҡылар менән дә таныша алды. Тиҫтәләгән майҙансыҡта халыҡ кәсептәре, төрлө мәҙәниәттәр өлгөләре күрһәтелде. Баллы урамдан боролоу менән йәштәр өсөн ихата ҡаршы ала. Ҡалалағы йәмәғәт урынына тап “Ихата” тигән исем бирелгән. Йәштәр ҙә үҙҙәрен төрлө юҫыҡта һынап ҡарай ала. Ул ижадтан тыш, умартасылыҡҡа ла бәйле. Байрам менән ҡала халҡын Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров шәхсән тәбрикләне. Стәрлетамаҡтың хәҙер үҙ наградаһы бар. “Ҡала ғорурлығы” тигән исем эшселәр династаияһын дауам итеүселәргә, халыҡ-ара ярыштар, олимпиадалар еңеүселәрен тәғәйенләнә. Стәрлетамаҡ бөгөн йәмәғәт киңлектәрен үҫтереүҙе беренсе урынға ҡуя. Республика етәксеһе ҡалалағы төп урамдарҙың береһен яңыртыу менән дә танышты. Стәрлетамаҡ — троллейбустар ҡалаһы. Әйткәндәй транспортың ошо төрө бындағы урамдарға теүәл 65 йыл элек беренсегә рейсҡа сыға. Стәрлетамаҡтың хәҙер яңы автобустары ла бар. Был транспорт экологик яҡтан таҙа яғыулыҡта эшләйәсәк. Ҡала өсөн тағы ла бер яңылыҡ. Тиҙҙән Стәрлетамаҡтың электр транспорты паркын үҫтереү буйынса айырым план ҡабул ителергә тейеш. Ә бына Башҡортстандың “нефтселәр ҡалаһы” – Октябрьский иһә 80 йәшен тултырҙы. Нарыштау итәгендә 1935-се йылда табылған “ҡара алтын ятҡылығы” Ыҡ йылғһы ярында эшселәр ҡасабаһын һалыуға сәбәпсе була. Ә девон нефтенең тәүге фонтаны иһә 1944-е йылда бәреп сыға. Һуғыш йылдарында скважина тәүлегенә 250 тонна нефть бирә. Тап ошо факттар Башҡортостанға “икенсе Баҡы” тигән статус та бирә. Бөгөн Октябрьский Башҡортостанда ҙурлығы буйынса бишенсе ҡала. Муниципаль берәмектә 117 мең самаһы кеше төпләнгән. Бында сәнәғәт обьекттары, инвестициялар, бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ үҫешә. Спорт, мәҙәниәткә иғтибар арта. Башҡортостан башлығы алдынғыларҙы тәбрикләп, ҡала өсөн мөһим булған социаль обьекттарҙың береһе – милли мәҙәниәттәр үҙәген асыуҙа ла ҡатнашты. Был үҙәк ижади коллективтарҙы берләштерә. Ирекмәндәр өсөн дә айырым бүлмәләр ҡаралған. Октябрьскийға сәфәре барышында Радий Хәбиров бассейн төҙөлөшө менән дә танышты. Тәүҙә 25 метр оҙонлоҡтағы бассейнға проект әҙерләнһә лә, ҡала етәкселеге уны 50 меьтрлыҡ итеп ҡулланыуҙы отолош итеп таный. Тимәк, хәҙер Октябрьскийҙа иң юғары кимәлдәге ярыштарҙы үткәреү мөмкинлеге буласаҡ.







