Бынан тыш, Башҡортостан физик культура институты адаптив спортҡа йәлеп итеү аша инвалидлыҡ йәки ауыр йәрәхәт алған яугирҙарҙы социаль һәм физик реабилитациялауға йүнәлтелгән «Батырлыҡ» проектын тормошҡа ашыра. Мәҫәлән, 2025 йылда күсмә оҫталыҡ дәрестәре был программаны киңәйтергә һәм 23 муниципалитеттан өҫтәмә рәүештә 129 ветеранды йәлеп итергә мөмкинлек биргән. Башҡортостандың йыйылма командаларына спорттың 13 төрө буйынса инвалидлыҡҡа эйә 63 ветеран ингән. Улар Бөтә Рәсәй һәм төбәк-ара ярыштарҙа 32 миҙал яулауға ирешкән.
Өлфәт Мостафин исемендәге Спорт әҙерлеге үҙәге «Булат» следж-хоккей командаһына боҙ, бассейн һәм тренажер залы менән ярҙам күрһәтә. Яугирҙарыбыҙҙы реабилитациялау эшенә коммерция ойошмалары ла ҡушыла. Башҡортостан Башлығы бөтә муниципалитеттар башлыҡтарына махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар өсөн спорт менән шөғөлләнеү ваҡытын һәм урындарын билдәләргә, ә төбәк Хөкүмәтенә һанлы платформа булдырырға ҡушты. Унда республика буйынса залдарҙың ҡайҙа урынлашыуы һәм уларҙың расписаниеһы хаҡында белергә мөмкин буласаҡ.







