Башҡортостанда 2 миллион 700 мең тоннанан ашыу иген йыйылған

Әлегә сәсеү майҙандарының 50 проценттан ашыуы йыйып алынған.
  • Башҡортостанда 2 миллион 700 мең тоннанан ашыу иген йыйылған
Ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов әйтеүенсә, иген һәм ҡуҙаҡлы иген культуралары майҙандарының 77 проценты сабылған, яҡынса 970 мең гектарҙа һуғылған. Республиканың 34 районында игендең 70 проценттан ашыуы йыйып алынған. Бөгөнгә 2 миллион 700 мең тонна иген һуғып алынған, шуның 969 мең тоннаһы — ужым культуралары. Республика буйынса гектәр көсө 28 центнер самаһы.
Иң юғары уңыш Саҡмағош районында. Һәр гектарҙан 44 центнер ашлыҡ йыйыла. Ҡырмыҫҡалы районында һәр гектар 43 центнер уңыш бирә. Илшат Фәзрахманов һауа торошона бәйле урып-йыйыу эштәренең бер аҙ һуңлай килеүен белдерҙе. Хаҡтарҙың түбән булыуына ла бошонмаҫҡа саҡырҙы ул. Ә ашығыс сығымдарҙы ҡаплар өсөн льготалы кредит менән файҙаланыу мөмкинлеге барлығын иғлан итте. Рәсәйҙең Ауыл хужалығы министрының Башҡортостанға эш сәфәре һөҙөмтәләре нигеҙендә республика аграрийҙары өсөн өҫтәмә лимит бүленгән.