Өфөлә данлыҡлы рус диңгеҙсеһе, адмирал Федор Ушаковтың бюсы асылды

Ул Валериан Альбанов исемендәге төнъяҡ ҡотопсылар музейы янында урынлашҡан.
  • Өфөлә данлыҡлы рус диңгеҙсеһе, адмирал Федор Ушаковтың бюсы асылды
Ошондай бюстар ирекмәндәр төркөмө башланғысы менән илебеҙҙең бер-нисә ҡалаһында ҡуйылған. Сараның маҡсаты — тарихи хәтерҙе һаҡлау һәм патриотик тәрбиә биреүгә өлөш индереү.
1790 йылдың 11 сентябрендә Федор Ушаков етәкселегендәге рус эскадраһы төрөк флотын ҡыйрата. Үҙе бер карабын да юғалтмай. Тарихтан билдәле булыуынса, Федор Ушаков диңгеҙҙә бер еңелеү ҙә белмәгән. Шуға күрә Ушаковты "диңгеҙ Суворовы" тип йөрөтәләр. Сарала хәрбиҙәр, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар, ветерандар, уҡыусылар, студенттар һәм йәмәғәт эшмәкәрҙәре ҡатнашты.