Инспекторҙар күләмле рейдҡа тап ошолай сыға. Башҡортостан юлдарында көн һайын ҡағиҙәләрҙе боҙоу осраҡтарын күрергә мөмкин. Тәртип һаҡсылары өсөн төп бурыс – кешеләр именлеген тәъмин итеү.
Уҙған аҙнала ғына Башҡортостандың Тәфтиш комитеты Туймазыла үлем менән тамамланған авария буйынса енәйәт эше асты. Питбайк ҡатнашлығындағы аварияла 16 йәштәге үҫмер ғәйепле булыуы ихтимал. Ул бәлиғ булмаған баланы тапата. Бынан тыш, авария урынында тағы 2 йәйәүле зыян күрә.
Ә Ишембай йәштәре иһә «Килл Стрит» трендына ҡушыла. Йәш байкерҙар юл ҡағиҙәләрен күрәләтә инҡар итеүҙе «ҙур эш» тип иҫәпләй. Тик бының өсөн уларға ла, ата-әсәләренә лә яуап бирергә тура киләсәк. Иң ҡурҡынысы – питбайктарҙың техник паспорттары юҡ, уларға страховка эшләп булмай. Үҙ ғүмере ҡәҙерен белеүселәр питбайктарҙа йөрөү өсөн махсус курстар уҙа. Мария Филлипова ла ҡыҙҙары менән айырым һабаҡ алыуҙан тартынмай. Питбайктарҙа урамдарҙа, ихаталарҙа хәрәкәт итеү ҡәтғи тыйыла. Транспорттың был төрө өсөн айырым урындар билдәләнгән. Тик юл ҡағиҙәләрен белеү, махсус кейем кейеү генә һеҙҙе бәләнән аралап ҡалмаясаҡ. Шуға күрә, яңы шөғөл үҙләштергәндә тәү нәүбәттә уның һөҙөмтәләре тураһында уйларға кәрәк.







