Культура Бөгөн илдә тәүге тапҡыр Рәсәй халыҡтары телдәре көнө билдәләнә Президент указына ярашлы, байрам Рәсәй халыҡтары телдәрен һаҡлау һәм яҡлау, уларҙың мәҙәни мираҫын үҫтереү, тел төрлөлөгө тураһында белемде популярлаштырыу, милләт-ара берҙәмлекте һәм татыулыҡты нығытыу маҡсатында үткәрелә. 8 сентября 2026, 15:15 ГТРК «Башкортостан» Рәсәйҙә 193 милләт йәшәй, улар 300-гә яҡын тел һәм диалект ҡуллана. Мәғариф Министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, илдең 64 төбәгендә 76 тел буйынса мәктәптәрҙә һәм юғары уҡыу йорттарында туған телдәрҙә уҡытыу алып барыла.