Программаның төп өлөшө аждаһалар, күбәләктәр һәм әкиәт генройҙары менән уратып алынған Дала өҫтөндә осоп йөрөгән Самрау ҡошто осороу. Теләгән һәр кем сағыу тамаша ҡарауҙан тыш, осоусы йыландар эшләү буйынса оҫталыҡ дәрестәре алдыҙләштерә, ә һуңынан шунда уҡ уны осороп та ҡарай алды.
Тура-хан мавзолейы эргәһендәге визит-үҙәк буласаҡ Евразия күсмә цивилизациялар музейының беренсе ҡарлуғасы буласаҡ. Тәбиғәт менән берләшеү һәм күккә табыныу идеяһы бында ҡанда, сөнки тап ошо урында күптән түгел яҙҙы Ҡарға туйы менән ҡаршылағайнылар. Самрау фестивале республиканың төп һауа байрамы статусын ышаныслы нығытып археологик ҡомартҡыға халыҡтың иғтибарын йәлеп итә.







