Улар ике беренсе, өс икенсе һәм ике өсөнсө урын алды. Рәсәйҙең иң яҡшы неонатологтары араһында Өфөнөң Ҡала клиник перинаталь үҙәге табибы Алһыу Хамматшина ла бар.
Өфө ҡалаһынан Индира Сәфиуллина өсөнсө улын да республика перинаталь үҙәгендә тапҡан. Яңы тыуған сабыйҙың һаулығын иң яҡшы неонатолгтар тикшергәндә – борсолорға урын юҡ, ти ханым. Неонатолог баланың һаулығын ғына тикшереүсе табип түгел, ул — нисек дөрөҫ тәрбиәләү тураһында мәғлүмәт биреүсе беренсе сығанаҡ та. Тағын да өс балаһын да был үҙәктә табыусыларға – матур йола ла бар. Өфөнөң 3-сө бала табыу йорто йән-яҡтан үҫешеп перинаталь үҙәк исемен алыуына ла өс йылдан ашыу ваҡыт үткән.
Медицина хеҙмәттәре артыуға ҡарамаҫтан төп белгестәр үҙгәрмәй. Алһыу Риф Ҡыҙы Хамматшина 30 йылдан ашыу ошо бала табыу йортонда эшләй. Ошо көндәрҙә «Йылдың иң яҡшы табибы» Бөтә Рәсәй конкурсы һөҙөмтәләре билдәле булды. Алһыу Хамматшина «Иң яҡшы неонатолог» номинацияһында икенсе урын яуланы. Ә илдең иң яҡшы, тип табылған «Акушер-гинекологы» республика перинаталь үҙәгендә эшләй. Башҡортостанда тыуған һәр өсөнсө бала бында донъяға ауаз һала.
Эльмира Ғәлимова ете меңдән ашыу ҡатын-ҡыҙға әсә булырға ярҙам иткән. Был донъяға сабыйҙың ауаз һалыуы –үҙе бер мөғжизә, ти ул. Ә илдең иң яҡшы кардиологы исеменә Ҡыуатов исемендәге клиник дауахана табибы Әлфирә Рәхмәтуллина лайыҡ булды. Әлбиттә, был еңеү бер минең генә ҡаҙанышым түгел, ти ул.
«Йылдың иң яҡшы табибы» бөтә Рәсәй конкурсы еңеүселәре араһында Башҡортостандан ете табип булыуы үҙе бер ғорурлыҡ. Бындай лайыҡлы исем беҙгә тағын да ҙурыраҡ яуаплылыҡ өҫтәй, ти еңеүселәр.







