Абхазия Президенты Бадра Гунба эш сәфәре менән Башҡортостанда

Тәүҙә ул республика эшҡыуарҙары менән осрашты, Радий Хәбиров менән генерал Миңлеғәле Шайморатов һәйкәленә сәскәләр һалды.
  • Абхазия Президенты Бадра Гунба эш сәфәре менән Башҡортостанда

Майҙанда төбәк етәксеһе Абхазия Президентына мемориаль комплекстың концепцияһы тураһында һөйләне. 2022 йылдың 11 октябрендә Республика көнөндә асылған скульптур композиция 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының легендар командирына, уның билдәле атлыларына һәм Ватанды һаҡлаусыларға арналған.