Ир алғы һыҙыҡта долшман уты аҫтында ҡала һәм уның бите яралана. Өфө табибы инде өсөнсө яугирға ошондай операция эшләй һәм йөҙ-ҡиәфәтен ҡайтара.
Бер-нисә минуттан Артур Хөснөтдиновҡа операция эшләйҙәр. Ветеран уны оҙаҡ көткән һәм ҙур өмөттәр бағлай. Призыв буйынса хеҙмәт итеп ҡайтҡас Артур 2022 йылда контракт төҙөй һәм механик булып яуға юллана. Дрон-камикадзе шартлағас, ауыр йәрәхәттәр ала, ҡулын юғалта, бите, бигерәк тә танауы ныҡ зыян күрә. Ғүмерен ҡотҡарып ҡалалар. Әммә, яра эҙемтәләре ҡала.
Артурҙың маңлайынан тиреһен танауына күсереп ултыртҡандар. Хәҙер табиптар битенең ҡалған өлөштәре өҫтөндә эшләй. Пластик операция тураһында Артур "Ватанды һаҡлаусылар" дәүләт фонды социаль координаторынан белеп ҡалған.
"Ватанды һаҡлаусылар" дәүләт фондында билдәләүҙәренсә, кеше ғүмерҙәрен ҡотҡарып ҡалыу менән генә ярҙам бөтмәй. Ауыр яраларҙан һуң медицина, физик һәм психологик реабилитация ҡаралған. Артур Хөснөтдинов өсөн ринопластика шул ярҙамдың бер өлөшө. Артурға хәтлем табип тағы ике яугирға операция эшләгән. Беренсе ветерандың бите ныҡ яраланған булған. Уның йөйҙәрен юҡ иткәндәр, тиреһен дә тергеҙгәндәр. Ошондай операция ике өлөштән тора. Пациент сәләмәтлеген нығытҡас, икенсеһен эшләйҙәр. Бының өсөн 4 ай ваҡыт талап ителә. Артур Хөснөтдинов иһә ярты йыл үткәс кенә һөҙөмтәһен баһалай аласаҡ.







