Республика йортонда Радий Хәбиров Абхазия Президенты Бадра Гунбаны ҡабул итте

Көн тәртибендә - сауҙа-иҡтисади хеҙмәттәшлекте нығытыу һәм ике яҡлы мөнәсәбәттәрҙе артабан үҫтереү.
  • Республика йортонда Радий Хәбиров Абхазия Президенты Бадра Гунбаны ҡабул итте

Башҡортостан менән Абхазия араһындағы бәйләнештәрҙең артабанғы йүнәлештәре тураһында хәбәрсебеҙ Ғәзиз Лоҡманов. Башҡортостан да, Абхазия ла туризм өлкәһендә үҙ-ара хеҙмәттәшлекте артабан киңәйтеү яҡлы. Яҡтар «Башҡорт-абхаз оҙон ғүмерлелеге» программаһын дауам итеү, шулай уҡ Өфө менән Сухум араһында тура авиабәйләнеште үҫтереү мәсьәләләрен тикшерҙе. Радий Хәбиров билдәләүенсә, Башҡортостан халҡын Абхазияның туристик мөмкинлектәре менән киңерәк таныштырырға кәрәк. Был маҡсатта Абхазия туристик индустрияһы вәкилдәренең Башҡортостанға эш сәфәрен ойоштороу ҡарала.

Осрашыуҙа мәғариф өлкәһендә хеҙмәттәшлеккә айырыуса иғтибар бүленде. Бадра Гунба Абхазия һәм Башҡортостан йәштәре араһында бәйләнештәрҙең нығыныуын билдәләне. Атап әйткәндә, был эш Өфөлә Евразия фәнни-тикшеренеү үҙәгенең вуз-ара студенттар кампусындағы Рәсәй-Абхазия мәҙәни үҙәге майҙансығында ойошторолған.

Абхазия Президенты Бадра Гунба шулай уҡ Башҡортостанға Сухумда Диоскурҙар яр буйын төҙөкләндереүгә ярҙам иткәне өсөн рәхмәт белдерҙе. Быйыл Радий Хәбиров Сухумдың был иҫтәлекле урынының яңыртылғандан һуңғы торошо менән танышҡайны. Объектты тергеҙеү Рәсәй төбәктәре, шул иҫәптән Башҡортостан ярҙамы менән башҡарылды.

Башҡортостан һәм Абхазия төп йүнәлештәр буйынса хеҙмәттәшлекте бермә-бер үҫтерә. Иғтибар берҙәм инфраструктура проекттарына бүленә. Тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгресс эшмәкәрлеге буйынса министр Маргарита Болычева һүҙҙәренсә, Өфө һәм Сухум араһында туғанлыҡ тураһында килешеү ҡала өсөн һәм унда йәшәүселәргә яңы мөмкинлектәр аса.