Берҙәм талаптар

Республикала «Башҡортостан Республикаһы халыҡтары телдәре тураһында» законды үтәү маҡсатында методик тәҡдимдәр әҙерләнде.
  • Берҙәм талаптар

Документта алтаҡталар, күрһәткестәр һәм рәсми документтар өсөн берҙәм талаптар билдәләнгән. Хәҙер ойошма исемдәренән алып эш графигына тиклем бөтә мәғлүмәт ике дәүләт телендә: рус һәм башҡорт телдәрендә яҙылырға тейеш. Ике текст та йөкмәткеһе һәм күләме буйынса бер төрлө булырға тейеш. Тәржемәлә ҡыҫҡартыу йәки ябайлаштырыу тыйыла. Биҙәлеш йәһәтенән төп талап: шрифт, хәрефтәрҙең ҙурлығы, төҫө ике версия өсөн дә бер төрлө булырға тейеш. Горизонталь урынлаштырылғанда һулда – башҡортса, уңда – русса текст. Ә вертикаль урынлаштырылһа, өҫтә – башҡортса, аҫта русса текст тора. Тәҡдимдәрҙә башҡорт алфавитын дөрөҫ ҡулланыуға айырыуса иғтибар бүленә. Ә, ө, ү, ҫ, ҙ, һ, ҡ, ғ, ң хәрефтәре хатаһыҙ яҙылырға тейеш, сөнки хәҙер улар телдәр тураһында законды тупаҫ боҙоу тип һанала.