Башҡортостан урмандарында рейдтар уҙғарыла

14 сентябрҙән "Урман" операцияһы старт ала. Уның барышында урман ҡануниәте үтәлеше тикшерелә, рөхсәтһеҙ ағас ҡырҡыусылар асыҡлана.
  • Башҡортостан урмандарында рейдтар уҙғарыла

Профилактик сарала Эске Эштәр, Урман хужалығы, Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлыҡтары хеҙмәткәрҙәре, йәмәғәт ойошмалары ҡатнаша. Рөхсәтһеҙ ағас ҡырҡҡан өсөн штраф ҡаралған, ҙур зыян килтереүселәрҙе иркенән сикләүҙәре лә мөмкин.

Әйткәндәй, янғын хәүефһеҙлеге артыу сәбәпле, 28 сентябргә тиклем Әбйәлил, Әүжән, Баймаҡ, Белорет, Бөрйән, йылайыр, Ейәнсура, Инйәр, Кананикольск, Күләрсе, Тирлән, Учалы һәм Хәйбулла урмансылыҡтарына инеү сикләнә. Республиканың урман хужалығы министрлығы халыҡты һәм ҡунаҡтарҙы ваҡытлыса урмандарға сыҡмаҫҡа саҡыра. Сикләүҙәр ваҡытында урманда янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен боҙған административ һәм енәйәти яуаплылыҡ ҡаралған.