Йәш туған тел һәм әҙәбиәт уҡытыусыларына ярҙам

Уҡытыусыларға ниндәй ярҙам саралары булдырыласаҡ?
  • Йәш туған тел һәм әҙәбиәт уҡытыусыларына ярҙам
Республика башлығы Радий Хәбиров йәш туған тел һәм әҙәбиәт уҡытыусылары менән осрашты. Тулыраҡ мәғлүмәт киләһе сюжетта.
Билдәле педагог-методист, педагогия фәндәре докторы, РСФСР-ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы, 80-дән ашыу фәнни хеҙмәт, шул иҫәптән башланғыс кластар өсөн дәреслектәр һәм уҡытыусылар өсөн методик әсбаптар авторы – Рәйсә Ғөбәйҙулла ҡыҙы Дәүләтбаева «хеҙмәт батырлығы өсөн " миҙалы менән бүләкләнде.
Стәрлетамаҡ ҡалаһы 1-се полилингваль гимназияһының «Умка» балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе Гөлназ Фәиз ҡыҙы Ҡотлоева ла республика башлығынан рәхмәт хаты алып ҡыуанды.
Юғары уҡыу йорто студенттар кампусы майҙансығында үткән сарала 140 мәктәп уҡытыусыһы, балалар баҡсаһы тәрбиәселәре һәм төбәк университеттарының профилле һөнәр студенттары ҡатнашты.
Башҡортостан Башлығы, 8 сентябрҙә илдә тәүге тапҡыр Рәсәй Халыҡтары телдәре көнө билдәләнеүен, ул ил Президенты Владимир Путин башланғысы буйынса ойошторолоуын да әйтеп китте.
Башҡортостан Башлығы үҫеп килгән быуынды туған телдәрҙе өйрәнеүгә дәртләндереүҙе үҙ эсенә алған мәктәп белем биреүенең мөһимлеген юғары баһаланы. Ул шул иҫәптән заманса уҡытыу программаларын һәм методикаларын, сифатлы әҙәбиәт булдырыуҙы һәм үҫтереүҙе, флагман мәктәптәрен асыуҙы үҙ эсенә ала.
Башлыҡ йәш уҡытыусылар өсөн иң мөһим ярҙам сараһы – торлаҡ менән тәьмин ителеү тураһында ла әйтеп китте. Төбәктә "Ауыл уҡытыусыһы" программаһын тормошҡа ашырыу хаҡында ла иҫкә төшөрҙө.
Осрашыуҙа йәш белгестәргә финанс ярҙам саралары ла тикшерелде — йәш уҡытыусылар өсөн 15 процент күләмендә өҫтәмә түләү ҡаралған. Шул уҡ ваҡытта юғары уҡыу йортон тамамламаған, әммә был түләүгә дәғүә итә алмайынса мәктәптә эшләгән студенттар ҙа бар. Радий Хәбиров уҡыуҙы педагогик эшмәкәрлек менән берләштергән студенттарға ла ярҙам күрһәтеү өсөн тейешле үҙгәрештәр индереү мөмкинлеген ҡарарға ҡушты.
Артабан осрашыуҙа ҡатнашыусылар мәктәпкәсә учреждениеларҙа башҡорт телен өйрәнеү өсөн ресурстар менән ҡыҙыҡһынды. Балалар баҡсаһында туған тел менән танышыу мөһим һәм балаға тирә-яҡ донъяны яҡшыраҡ аңларға ярҙам итә, тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Радий Хәбиров.