Ул Республика йортонда Радий Хәбиров менән осрашты.
Ике йылдан Рәсәй менән Йәмән араһында рәсми мөнәсәбәттәр булдырыуға 100 йыл тула. Радий Хәбиров әйтеүенсә, Йәмән ғәрәп дәүләттәре араһында тәүгеләрҙән Советтар Союзы менән дипломатик мөнәсәбәттәр булдырған дәүләт. Беҙҙең илдең ғәрәп дәүләттәрендәге тәүге тулы хоҡуҡлы вәкиле — Башҡортостандан Кәрим Хәкимов.
Радий Хәбиров ҡунаҡты Башҡортостандың нефть һәм газ, машиналар эшләү, ауыл хужалығы, фәнни-белем биреү өлкәләрендәге мөмкинлектәре менән таныштырҙы.Йәмәндең Рәсәйҙәге ғәҙәттән тыш һәм тулы хоҡуҡлы илсеһе Әхмәт Сәләм Әль-Вәхейши, үҙ сиратында, Кәрим Хәкимовтың Рәсәй-ғәрәп мөнәсәбәттәрен үҫтереүгә индергән өлөшөн юғары баһаланы.
Йемен илсеһе шулай уҡ хеҙмәттәшлек тураһында килешеү положениеларын әҙерләргә, шулай уҡ Башҡортостандан һәм Йемендан ике ҡалаға туғандаш ҡалалар статусы бирергә тәҡдим итте. Радий Хәбиров был тәҡдимде хупланы һәм был йәһәттән тейешле күрһәтмәләр бирҙе.







