Был йәһәттән «Башҡорт оҙон ғүмерлелеге» проектын киңәйтеү ҡарала. Туроператорҙарға уның мөмкинлектәре менән таныштырырға ҡушалған. Радий Хәбиров шулай уҡ ял итеү өсөн инфраструктураны үҫтереү буйынса эштәрҙе лә дауам итеү бурысын ҡуйҙы. Оператив кәңәшмәлә ҡаралған мәсьәләләр тураһында хәбәрсебеҙ Ғәлимйән Ибатуллин.
Башҡортостанда балалар баҡсаларында башҡорт телен өйрәтеү үҙен тулыһынса аҡлай. Әммә, был йәһәттән артабан эштәрҙе камиллаштырыу фарыз. Был хаҡта ултырышта республика башлығы Радий Хәбиров белдерҙе. Субъект етәксеһенең телмәренә аңлатма бар. Сөнки, Рәсәй кимәлендә, балалар баҡсалары тәрбиәселәре араһында тап Хәйбулланан Альбина Шәрипова еңеү яуланы.
Башҡортостан өсөн тағы бер ҡыҙыҡлы мәғлүмәт. Республикала хәҙер "Пржевальский аттарын" үрсетеүҙәре ихтимал. Беҙҙең тәбиғәт улар өсөн үтә ҡулай, тигән фекерҙә Радий Хәбиров.
Ә хәҙер иң мөһиме. Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров республиканың Юғары суды судьяларын ришүәтселектә, шулай уҡ был органға туғанлыҡ-танышлыҡ ҡағиҙәһе буйынса эшкә урынлаштырыуға ризаһыҙлыҡ белдерҙе. Бөгөн республиканың Юғары судында эшләүсе судьяларҙың күбеһе Татарстандан. Радий Фәрит улы билдәләүенсә, уларҙы Ҡазан менән Өфө араһында ташыу Башҡортостан ҡаҙнаһына төшкән. Мин ғәҙеллек яҡлы, тип белдерҙе республика башлығы.
Ә бына республиканың аграр секторында хәлдәр көйлө. Бында һинең ниндәй субьекттан килеүең мөһим түгел. Һөҙөмтә һинең эшеңдә күренә. Башҡортостан бөгөнгә яңы уңыштың 3 миллион тоннаһын йыйып алды. Шәкәр сөгөлдөрө төшөмө лә мул, ти ауыл хужалығы министры Илшат Фазрахманов. Дүшәмбелә Башҡортостанда яңы спорт обьекттары ҡулланыуға тапшырылды. Был майҙансыҡтар тиҫтәгә яҡын ҡала-районда балалар ҡарамағында буласаҡ.
Радий Хәбиров етәкселегендге ултырышта шулай уҡ торлаҡ-коммуналь, юл хужалығы, һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә бәйле көнүҙәк мсәьләләр тикшерелде. Һуңғыһына килгәндә, республикала санатор-курорт системаһы үҫешә. Был үҙәктәр әле үҙҙәренә үҙҙәре аҡса эшләй. Социаль һөҙөмтә пациенттарҙы хеҙмәтләндереүҙә лә сағылыш таба.







