«Атайсал»дың көсө нимәлә?

Бишенсе йыл рәттән республикала «Атайсал» проекты бойомға ашырыла.
  • «Атайсал»дың көсө нимәлә?

Яҡташтар ойошмалары вәкилдәре муниципалитеттарҙы үҫтереү һәм урындағы башланғыстарға ярҙам итеү мәсьәләләрен тикшерҙе. Пленар ултырышта Башҡортостан Башлығы ла ҡатнашты. Теманы Гүзәл Батыраева дауам итә.

Кемдер тыуған ауылына ҡайта, кемдер ауыр ваҡытта яҡташтарына ярҙам итә, ә кемдер тотош биләмәләрҙе үҙгәртеүсе проекттар төҙөй. Һәр кемдең республикаһына файҙалы булыуҙың үҙ ысулы бар.

Күмертау һәм Көйөргәҙе районы имам-мөхтәсибе Айнур хәҙрәт Ҡәҙимов та «Ватан көсө» форумында ҡатнашыусыларҙың береһе. Айнур хәҙрәт етәкселегендә быйыл Башҡортостандан махсус хәрби операция биләмәһенә ике модулле мәсет ебәрелә. Хәҙер яугирҙәр уңайлы, йылы, яҡты бүлмәлә доға ҡыла ала.

Асҡын районында йәшәүсе Зөфәр Саяпов быйыл ташҡын ваҡытында яҡташтарына ҙур ярҙам күрһәтә. Күрһәткән әүҙемлеге һәм битараф булмағаны өсөн республика башлығы уны ла бүләкләне.

«Атайсал» форумы төрлө быуын һәм һөнәр эйәләрен берләштерҙе. Ҡатнашыусылар араһында-уҡыусылар, ветерандар, эшҡыуарҙар, меценаттар, йәмәғәтселәр һәм республиканан ситтә Башҡортостан мәҙәниәтен үҫтереүселәр ҙә бар. Милли мәҙәниәтте һаҡлау — «Атайсал»да ҡатнашыусыларҙы берләштергән тағы бер йүнәлеш. Башҡорт орнаменттары, милли кейемде заманлаштырып тегеү бөгөнгө моданың бер өлөшө булып тора. Урындағы дизайнерҙар үҙҙәре ижад иткән кейемдәрҙе тәҡдим итә.

Форумда иң йәш ҡатнашыусы Артур Нәбиев булғандыр, моғайын. Бөрө ҡалаһы мәктәбенең ун беренсе класы уҡыусыһы махсус хәрби операция башланғандан алып яугирҙарға ярҙам итә.

«Атайсал» проекты Башҡортостанда 2021 йылдан алып ойошторола. Ошо йылдар эсендә республикала йәшәүселәр тирә-яҡты төҙөкләндереүҙән алып социаль һәм мәҙәни башланғыстарға булышлыҡ итеүгә тиклем меңләгән идеяны тормошҡа ашырҙы. Форумдың эше һигеҙ тематик майҙансыҡта ойошторолдо, улар яҡташлыҡты нығытыуға, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға ярҙам итеүгә, мәҙәни мираҫты һәм туған телде һаҡлауға, шулай уҡ урындағы башланғыстарҙы һәм йәштәр потенциалын үҫтереүгә арналды.