Халҡыбыҙҙа ата-бабаларыбыҙҙан һаҡланып килгән көйҙәр, йырҙар бихисап. Был беҙҙең ҙур мәҙәни байлығыбыҙ. Музыкаль мираҫ ынйыларының 110-ы республика конкурстары положениеһына индерелгән. Күләмле эстафета тап ошо 110 көйгә бағышлана. Эстафета-флешмобты ойоштороусылар әйтеүенсә, улар был көйҙәрҙе уйнап ҡына ҡалмай, ә уларҙың матурлығы һәм тәрәнлеге хаҡында һәр кемдең иҫенә төшөрөргә теләй.
Эстафетаны Стәрлетамаҡ ҡурайсыһы Динар Абдуллин башлап ебәрҙе. Һәр ҡатнашыусы исемлек буйынса бер көйҙө уйнай һәм эстафетаны артабан тапшыра.
Ҡатнашҡан ҡурайсыларҙың видеояҙмалары интернет селтәрҙәрендә төрлө төркөмдәргә һалып барыласаҡ. Республикала былтыр 10 октябрҙә тәүге тапҡыр Ҡурай көнө билдәләнгәне.







