"Ватанды һаҡлаусылар" дәүләт фондының төбәк филиалында үткән был сарала Өфөнән Иван Литвинюкка следж хоккей менән шөғөлләнеү өсөн кейем тапшырылды. Ул "Булат" командаһы составында уйнай. Фонд шулай уҡ яугирҙың йортон уның ихтыяждарынан сығып яраҡлаштырырға ла ярҙам иткән. Махсус хәрби операция ветераны Рүзил Шәйехов төрлө урындарҙа йөрөй алған коляска алды. Азамат Шамбазовҡа ҡул ярҙамында идара ителгән автомобиль тапшырылды.
"Ватанды һаҡлаусылар" дәүләт фонды махсус хәрби операция ветерандарына мөмкин тиклем тиҙерәк тыныс тормошҡа яраҡлашырға ярҙам итә.







