Унда дәүләт-шәхси партнерлыҡ нигеҙендә Өфөлә, Нефтекамала мәктәптәр төҙөү барышы тикшерелде. Был мәктәптәр быйыл төҙөлөп бөтөргә тейеш. Әлегә эштәр графикка ярашлы бара.
29 августа Рәсәй Президенты Владимир путин видеоконференция режимында Өфөлә 88-се мәктәптең яңы корпусын асҡайны. Был белем усағы ла концессия шарттарында төҙөлгән. Бынан тыш, кәңәшмәлә ҡатнашыусылар Бәҙәр Йосопова исемендәге Актерҙар йорто яңыртыу концепцияһын тикшерҙе. Унда мәҙәни объекттың яңыса фасад өлөшө күрһәтелде. Төҙөкләндерелгәндән һуң беренсе ҡатта фойе киңәйтелә, касса залы, гардероб һәм кафе яңыртыла.
Икенсе ҡатта бәләкәй зал, ижади студиялар һәм китапхана, өсөнсө ҡатта музыка менән шөғөлләнеү һәм төп залдар урынлаша. Дүртенсе ҡат техник һәм административ бүлмәләргә бирелә.
Актерҙар йортон төҙөкләндереү киләһе йыл башланыр, тип көтөлә.







