Киләһе йылда Башҡортостанда "Шифахана" халыҡ-ара форумы үтәсәк

Башҡортостанда һигеҙ шифахана эшләй.
  • Киләһе йылда Башҡортостанда "Шифахана" халыҡ-ара форумы үтәсәк

Уларҙа дөйөм койка фонды – 3 мең 300-ҙән ашыу. Башҡортостан шифаханаларында былтыр 49 меңдән ашыу, ә быйыл 51 мең самаһы кеше ял иткән. Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы 10 меңдән ашыу яугир һәм уларҙың ғаилә ағзалары ла һаулығын нығытҡан. Быйыл ғына шифаханалар килеме 3 миллиард һум самаһы булған. Бөтә учреждениелар ҙа үҙҙәренең табышын инфраструктураны яңыртыуға тотона. Республика башлығы шифаханалар коллективтарының махсус хәрби операция биләмәһенә гуманитар ылауҙар ойоштороуға индергән өлөшөн юғары баһалай.