Өфө белгестәре 1 мең 200 градусҡаса йылыта алған электр ҡорамалы эшләп сығарған

Ә ябай көпшәле электр йылытҡыстар 700 градус температураға тәғәйенләнгән.
  • Өфө белгестәре 1 мең 200 градусҡаса йылыта алған электр ҡорамалы эшләп сығарған

Яңы ҡорамал ниндәй өлкәлә файҙа килтерәсәген беҙҙең хәбәрселәр белеште.

Инженер-конструкторҙың хеҙмәт көнө шулай башлана. Алиса Әхмәҙуллина үҙ эшен ижад менән сағыштыра. Күңел ҡушыуы буйынса, ул яңыны белергә һәм яңыны эшләргә күнеккән. Йәш белгес компьютерҙа көпшәле электр йылытҡысты күрһәтә. Ҡорамал юғары – 1 мең 200 градусҡаса температурала эшләй ала.

Көпшәле электр йылытҡыс сит ил ҡорамалдарына алмаш булып тора. Уның өҫтөндә Авиация технологиялары технопаркының алдынғы белгестәре Өфө нефть техник университеты менән берлектә эшләгән. Киләсәктә ҡорамалды сәнәғәт баҙарына сығарыу планлаштырыла.