Түләү Социаль фонд аша бирелә, тип хәбәр иттеләр Башҡортостандың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығынан.
За кадром/// Герой әсәләргә документтар йыйырға, орден өсөн бер тапҡыр бирелә торған түләү алыу өсөн ғариза бирергә кәрәкмәй. «Герой әсә» исеме ун һәм унан күберәк бала тәрбиәләп үҫтергән ҡатын-ҡыҙҙарға бирелә. «Герой әсә» исеме – ата-әсә хеҙмәте өсөн иң юғары награда. Ошондай исемгә эйә булған ҡатын-ҡыҙҙар сираттан тыш бушлай медицина ярҙамынан, йылына бер тапҡыр бушлай шифаханаға юлламалар алыу хоҡуғынан файҙалана ала. Башҡортостанда Рәсәй президенты указы менән «Герой әсә» тигән мәртәбәле исем алған 12 ҡатын-ҡыҙ йәшәй. 2022 йылда илдә ошо награда тергеҙелгәндән һуң республикабыҙҙа уға беренселәрҙән булып Балтас районының Иҫке Балтас ауылынан 13 балаға ғүмер бүләк иткән Альбина Хәйҙәршина лайыҡ булғайны.







