Радий Хәбиров Башҡортостандың Юғары судына бәйле тағы бер белдереү яһаны

Республика башлығы Башҡортостандың суд системаһында ойошҡан енәйәтсел төркөм тураһында хәбәр итте.
  • Радий Хәбиров Башҡортостандың Юғары судына бәйле тағы бер белдереү яһаны

Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә сығыш яһап Радий Хәбиров Республиканың юғары суды тирәләй хәл яңы кимәлгә күтәрелде тине. Башҡортостан етәксеһе уға, уның шәхси тормошона бәйле мәғлүмәттәр йыйыусыларҙың ҡырын эштәрен фашлау өсөн Рәсәй Тәфтиш комитетының Башҡортостандағы идаралығына ғариза тапшырған. Махсус хәрби операция барғанда шулай уҡ украин нацистарының ил төбәктәре етәкселәренә ҡаршы мәкерле уйҙары булғанда ҡайһы бер әҙәмдәрҙең бындай аҙымына кәртә ҡуйырға кәрәк. Быны, тәү сиратта, илдең именлегенә ҡаршы һөжүм итергә маташыу тип баһаларға кәрәк. Оператив кәңәшмәлә ҡаралған мәсьәләләр тураһында хәбәрсебеҙ Ғәлимйән Ибатуллин.

Башҡортостан алғы һыҙыҡтағы яугирҙәргә һәр саҡта иғтибар бүләсәк. Был беҙҙең мөҡәддәс бурыс. Ошо хаҡта кәңәшмәлә республика башлығы Радий Хәбиров белдерҙе. Был юлы “Генерал Шайморатов” ордены хәрби бурысын лайыҡлы үтәүселәргә тапшырылды. Уларҙың береһе Артур Низамов.

Радий Хәбиров Башҡортостандың Юғары судына бәйле тағы бер белдереүе иғтибарға лайыҡ. Республика етәксеһе уға, уның шәхси тормошона бәйле мәғлүмәттәр йыйыусыларға ҡарата Рәсәй Тәфтиш комитетының Башҡортостандағы идаралығына ғариза тапшырған. Төркөм ағзаларының береһе – Өфө хакимиәтенең элекке башлығы Ратмир Мәүлиев булыуы ихтимал. Республика башлығы булараҡ, мин Башҡортостан мәнфәғәтен яҡларға бурыслымын, тип белдерҙе Радий Фәрит улы.

Республиканың Юғары судына бәйле ваҡиғалар Башҡортостан һәм Татарстан араһындағы мөнәсәбәттәргә кәртә түгел.

Радий Хәбиров Башҡортостанда уҙған һайлауҙарға бәйле белдереү яһаны. Шул уҡ ваҡытта тиҙҙән республиканың башҡарма власть органдарында ҙур үҙгәрештәр булыуы көтөлә.

Ауыл хужалығында бөгөн эштең ҡыҙыу мәле. Башҡортостан ураҡ кампанияһының аҙағына яҡынлашҡандан яҡынлаша. Урып-йыйыуҙы теүәлләү өсөн 8 процент ҡына майҙан ҡалған.

Шәмбелә республика халҡы көҙгө өмәгә сыға. Аҙна аҙағындағы “Йәшел Башҡортостан” акцияһында тиҫтәләгән яңы аллеялар барлыҡҡа килә. Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры Ирина Голованова ошоларҙы вәғәҙәләй.

Башҡортостан башлығының йәнә бер тәҡдиме ҡыҙыҡлы. Республикала хәҙер ағастар ултыртыу түгел, ә уларҙы тәрбиәләү мөһим.

Республиканың һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә ҙур проекттарҙың береһе тамамланды. Башҡортостанда “Сәләмәтлек поездары” быйылғы эшен туҡтата. Кәңәшмәлә билдәләнеүенсә, проекттың йомғаҡтарына әле анализ яһалып, уның һөҙөмтәләре яҡын арала иғлан ителә. Шул уҡ ваҡытта республикала наркологик сирҙәрҙе иҫкәртеүгә иғтибарҙы арттырыу кәрәк. Бөгөн махсус иҫәптә 34 меңдән ашыу пациенттың тороуы хәүефле. Хатта мәктәптәрҙә лә бөгөн үлән тартыусы, башҡа химик препараттар ҡулланыусы балалар юҡ түгел

Тәртип һаҡсылары бөгөн Өфөлә наркотиктарҙың күпләп таратыу урындарын да атай. Улар төнгө клубтар һәм баш ҡаланың үҙәк өлөшөндәге “Арт квадрат” майҙаны. Радий Хәбиров был мәсьәләнең көнүҙәк булыуын билдәләй.

Башҡортостан алдында бөгөн йәш ғалимдарҙы үҫтереү, уларға ярҙам итеү бурысы бар. Инновацион үҫеш йәһәтенән дә бөгөн хәл ителмәгән мәсьәләләр юҡ түгел. Радий Хәбиров яҡын арала ошо һорауҙарҙы ғилми даирә менән бергәләп тикшерәсәк.

Республика көҙҙөң иң матур байрамдарының береһе – “Аксаков фестиваленә” әҙерләнә. Быйыл, мәҫәлән, тәүге тапҡыр “Аксаков сирендәре” проекты бойомға ашырыла.

Ә Башҡортостан иһә үҙенеү төп байрамы – Республика көнөн ҡаршылай. 11-се октябрь алдынан ҡала-райондарҙа яңы социаль обьекттар ҙа ҡулланыуға тапшырыласаҡ.