Бөйөк Ватан һуғышында еңеүҙең 72 йыллығын байрам итеүгә һанаулы ғына көндәр ҡалды.
2-се май илебеҙ өсөн нимәһе менән иҫтәлекле һуң?
1945 йылдың 2-се майында осоусы Муса Гәрәевҡа бер юлы ике Алтын Йондоҙ миҙалы һәм Ленин ордены тапшырыла. Илеш районы Иләкшиҙе ауылы егетенә ул ваҡытта 22 йәш кенә була.
1945 йылдың 2-се майында 1-се Белорус һәм 1-се украин фронттары Берлинға инә. Берлин гарнизоны ҡорал һала һәм әсирлеккә бирелә.
2004 йылдың 2-се майында Берлиндың Трептов паркындағы Азат итеүсе һалдат монументы реставрациянан һуң яңынан асыла.