Батырҙар юлынан.
Башҡортостан делегацияһы Башҡорт атлылар дивизияһы юлы буйлап автосәйәхәткә сыҡты. Маршрут Өфөнән башланып, Һамар, Волгоград ҡалалары, Ростов өлкәһенең Обливская, Чернышковская станицалары, Морозовск, Белая Калитва ҡалалары, Алексеевский, Красновка, Деев хуторҙары аша үтә. Акция 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының 75 йыллығына һәм Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүгә 72 йыл тулыуға арнала. Сәйәхәт 4 майҙа 13 Советтар Союзы Геройы мемориалында тамамлана. Тап ошо бейеклектә беҙҙең яҡташтар, Советтар Союзы Геройы Зөбәй Үтәғолов менән Тимерәй Кубакаев һәләк булған.