Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

Тулыраҡ: Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

Американың айырым штаттарында торнадо һәм һыу баҫыуҙар сәбәпле ғәҙәттән тыш хәл иғлан ителгән. 14 кеше һәләк булған. Күрелгән зыян күләмен әлегә асыҡлау мөмкин түгел.

Мәскәү-Бангкок рейсы менән ососусы самолет пассажиры лайнерҙың һауалағы соҡорға эләгеү эҙемтәләрен төшөрөп алған. Ултырырға 40 минут ҡалғас, самолет турбулентлыҡ биләмәһенә эләгә. 12 кеше яраланған.

Мәскәү өлкәһендәге полигондарҙың береһендә Бөйөк Еңеүҙең 72 йыллығына арналған хәрби парадҡа әҙерләнеү дауам итә. Был юлы самолеттар һауаға күтәрелгән. Осоусылар меңләгән кеше һәм миллиондаған телевизор ҡараусылар алдында юғары оҫталыҡтарын күрһәтәсәк.