Яҙ – тәбиғәт уянған мәл генә түгел, ә таҙалыҡ һәм тәртип урынлаштырыу осоро ла. Ошо көндәрҙә ирекмәндәр Дендропаркты тәртипкә килтерҙе. Бындай өмәләрҙә һәр саҡ ҡатнашырға, тирә-яҡты таҙартыуға үҙ өлөшөмдө индерергә тырышам, ти ҡыҙ. Бындай саралар тәү сиратта йәштәр араһында тирә-яҡ мөхиткә һаҡсыл ҡараш булдырыу маҡсатында уҙғарыла. Непейцев дендропаркын таҙартыуҙа быйыл 600-ҙән ашыу кеше ҡатнашты.Бер-нисә сәғәт эсендә парк биләмәһе сүп-сарҙан тулыһынса таҙартылды. Был паркты быйыл сүп-сарҙан ғына таҙартып ҡалманылар, ә беренсе тапҡыр бында йәш ағастар ҙа ултырттылар. Улар киләсәктә дендропарктың бер биҙәге буласаҡ, ти ойоштороусылар.Непейцев дендропаркы – үҙенсәлекле тәбиғәт ҡомартҡыһы. Бында ағас, ҡыуаҡлыҡтарҙың йөҙҙән ашыу төрө үҫә. Улар бында Рәсәйҙең төрлө нөктәләренән һәм сит илдән килтерелгән.
Ирекмәндәр Дендропаркты тәртипкә килтерҙе
Тулыраҡ: Ирекмәндәр Дендропаркты тәртипкә килтерҙе