Премьер-министр Андрей Назаров Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайға депутат итеп һайланыу сәбәпле был вазифаны ваҡытлыса башҡарыусы итеп Александр Шельдяев тәғәйенләнде. Быға тиклем ул хөкүмәт рәйесе урынбаҫары – сәнәғәт, энергетика һәм инновациялар министры булды. Ә Андрей Назаров Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай рәйесе вазифаһына күрһәтелде. Башҡортостанда Дәүләт Думаһына һайлауҙар юғары кимәлдә үтте. Һайлау хоҡуғына эйә булған халыҡтың 78,64 проценты гражданлыҡ бурысын үтәне, был 2 миллион 300 меңдән ашыу кеше тигән һүҙ. Ойоштороу эше еңел түгел, Радий Хәбиров бөтә муниципалитет башлыҡтарына һәм һайлау кампанияһында ҡатнашҡандарға рәхмәт белдерҙе.
Дәүләт Думаһына федераль округ буйынса “Берҙәм Рәсәй” партияһы 60,72 процент тауыш йыйып үтә. Артабан КПРФ – 10,93 процент, ЛДПР фирҡәһе – 8,42 һәм “Ғәҙел Рәсәй” менән “Яңы кешеләр” партиялары 8,11 процент ала. Бер мандатлы округ буйынса власть партияһы кандидаттары ышаныслы еңеү яуланы.
Дәүләт Думаһына депатуттарҙан тыш, республика халҡы Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайға депутат һәм урындағы үҙ-идара органдарына вәкилдәр һайланы. Дөйөм алғанда һайлау һөҙөмтәләре 25 сентябрҙә билдәле була, тине Башҡортостан Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Азат Ғәлимханов.
Башҡортостан башлығы уҙған саҡырылышта эшләгән Дәүләт Думаһы депутаттарына рәхмәт белдерҙе һәм дәүләт наградаһы тапшырҙы. Ә яңы һайланғандарына һәм депутат мандатын һаҡлап ҡалғандарға уңыштар теләне.
Дәүләт Думаһына һәм Өфө хакимиәтенә махсус хәрби операция ветерандары һайланды. Улар араһында Рәсәй геройы Денис Чернавин һәм баш ҡала Советында 4 яугир бар. Радий Хәбиров Өфө депутаттары Советы рәйесенә һәм баш ҡала хакимиәтенә эште дауам итергә саҡырҙы.
Башҡортостан Башлығы Андрей Назаровты ышаныслы партнер, тип атаны. Радий Хәбиров Премьер-министрҙың 7 йыл эсендәге ҡаҙаныштарын юғары баһалап, уға ҙур рәхмәт белдерҙе һәм Республика алдында ҡаҙаныштары өсөн орденын тапшырҙы. Төбәк етәксеһе Андрей Назаров менән ысынлап та яҡын дуҫ һәм ышаныслы коллега булыуын йәшермәй.
Андрей Назаров Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайға Ҡыҙыл округы буйынса депутат итеп һайланды. Ул күрһәткән ышаныстары өсөн халыҡҡа рәхмәт белдерҙе. Шулай уҡ, бергә эшләгән хеҙмәттәштәрен дә телгә алды.
Башҡортостан хөкүмәте Премьер-министры вазифаһын башҡарыусы итеп Александр Шельдяев тәғәйенләнде.
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Андрей Назаровты Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай рәйесе итеп күрергә теләүен белдерҙе. Ошо турала тәҡдимде депутаттар 24 сентябрь үтәсәк парламент ултырышында тикшерәсәк.







