Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Стәрлетамаҡтағы сауҙа коплексында ут сығып 9 кеше зыян күрҙе, шул иҫәптән 4 кеше һәләк булды. Тәфтиш комитеты осраҡ буйынса Енәйәт эшен ҡуҙғатты.
"Солнечный"” сауҙа үҙәгендәге янғын көндөҙгө икенсе ярты тирәһендә башлана. Икенсе ҡаттағы тәҙрәнән ҡара төтөн күренеү менән шаһиттар үҙ аллы ҡотҡарыу операцияһын башлай. Газель водителе бинаға яҡын туҡтап будка өҫтөнә баҫҡыс ҡуялар һәм өсөнсө ҡаттағы кешеләргә төшөргә ярҙам итәләр.
Тиҙ арала бина эсен ялмап өлған төтөн арҡаһында күптәр ҡамауҙа ҡала. Үлемдән ҡотолоуҙың берҙән-бер юлы тәҙрә аша һикереү. Кешеләр ҡул аҫтында ниндәй туҡыма бар шуны тартып һикереүселәрҙе ерҙә ҡабул итә. Ҡыҙғанысҡа барыһын да ҡотҡарып өлгөрмәйҙәр. Утты һүндерә башлау менән 4 ҡорбан барлығы асыҡланды. Улар араһында 1981,92 һәм 97-се йылғы бер туған апалы-һеңлелеләр. Улар был ваҡытта әсәләренә бүләк һайлаған була.
Ут тиҙ арала ҙур майҙанды биләп ала һәм ҡара төтөн ҡаланың һәр нөктәһенән тиерлек күренә.
Ваҡиға урынына тиҙ арала ҡаланың барлыҡ ашығыс хеҙмәттәре килеп етә. Ут менән көрәшкә 47 янғын һүндереүсе һәм 16 берәмек техника йәлеп ителә. Ҡотҡарыусылар сауҙа үҙәгенән 17 кешене эвакуациялай. 5 кеше ашығыс ярҙам машиналарында дауаханаға оҙатыла. Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, 1 кеше ауыр хәлдә. Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы 3 сәғәт ярымдан ғына утты һүндереүгә өлгәшә.
Ҡотҡарыусылар ҡатмарлы шарттарҙа 2 мең квадрат метр майҙанды биләп алған утты һүндереүгә өлгәште. Бина хужаларына һәм ҡуртымға алыусыларға янғындан күрелгән матди зыянды иҫәпләү бурысы тора. Ә әлегә фажиғә сәбәптәрен тәфтишселәр һәм криминалистар асыҡлай. Осраҡ буйынса Енәйәт эше ҡуҙғатылған.
"Солнечный" сауҙа үҙәгендәге янғын буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса комиссия йыйылышы ойошторолдо. Стәрлетамаҡ мэры Эмиль Шәймәрҙәнов янғында һәләк булыусыларҙың яҡындарына бөтә яҡлап ярҙам күрһәтеләсәк, ерләү сығымдарын ҡала үҙ өҫтөнә алырға вәғәҙәләне. Республика башлығы фажиғәгә бәйле ҡайғы уртаҡлашыуын белдерҙе һәм яуаплы ведомстволарға барлыҡ сауҙа үҙәктәрен тикшереү бурысын йөкмәтте. Комиссия ултырышында бындай объекттарға пландан тыш тикшереүҙәр ойошторорға ҡарар ителде.







