Республика мәктәптәрендә "психологик спецназ" эшләй башланы

Яңы уҡыу йылынан республика мәктәптәрендә "психологик спецназ" эшләй башланы.
  • Республика мәктәптәрендә "психологик спецназ" эшләй башланы

Улар ҡатмарлы осраҡтарҙа уҡытыусыларға һәм уҡыусыларға психологик ярҙам күрһәтә. Мәктәп психологтарының эше нисек ойошторолған һәм нимәнән ғибарәт. Ошо хаҡта беҙҙең хәбәрселәр әҙерләгән яҙмала.

40 минут эсендә 10-сы класс уҡыусыларына был һорауға яуапты табыуы ҡатмарлы булыр моғайын, әммә белемде һынап ҡарарға мөмкин. Класс яңы ғына булдырылған, уҡыусылар бер-береһенә һәм яңы уҡытыусыларға өйрәнә. Һәм еңелерәк булһын өсөн мәктәп психологы ярҙамға килә.

Диана Солтанғәлиева үҙ эшендә төрлө методика ҡуллана; ассоциатив карталар, арт-терапия, диалог һәм башҡалар. Ҡайһы берендә баланың хәлен яҡшыртыу өсөн уның менән һөйләшеү ҙә етә. 88-се мәктәп уҡыусылары иһә борсолоу һәм стресс менән көрәштә үҙ тәҡдимдәрен дә индергән.

Ҡайһы берендә уҡыусыға күҙмә-күҙ осрашып, нимәнелер һөйләргә кәрәк. Бындай ысул да ҡулланыла.

Психологик ярҙам уҡыусыларға һәм уҡытыусыларға ла күрһәтелә. Мөғәллимдәрҙең дә сыҙамлығы бөтөүе мөмкин. Улар ҙа ныҡ күңелдәренә яҡын алып, психологик яҡтан тиҙ бирешеүҙәре ихтимал. Был осраҡта мәктәп белгестәре ярҙамға килә.

Башҡортостан башлығы ҡушыуы буйынса, төбәк мәктәптәрендә психологик эш көсәйтелә. Уҡытыусыларҙың һәм башҡа белгестәрҙең төп маҡсаты — мәсьәләне алдан күрә-белеп, хәл итеү. Йәғни, Кушнаренко районында булған хәл кеүек төрлө бәхәс-низағтарға юл ҡуймау. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, ике үҫмер араһындағы аңлашмаусанлыҡ бысаҡ менән сәнсешкә килтерҙе. Был билдәле булғас, Радий Хәбиров директорын һәм урынбаҫарын эштәренән бушатырға ҡушты.

Артабан хәл ҡабатланмаһын өсөн республика мәктәптәрендә өс кимәлле ярҙам системаһы ғәмәлгә индерелде. Беренсеһендә, психологтар тест, аралашыу, күҙәтеү аша балаларҙың борсолоулы хәлен билдәләй һәм урында хәл итергә тырыша. Хәл ҡатмарлыраҡ икән, был эшкә район үҙәктәренән тәжрибәле белгестәр йәлеп ителә. Әгәр ҙә инде тағы ла ауырыраҡ булһа, махсус психологик төркөм мәктәпкә бара.

Мәктәптәрҙә именлеккә ҙур иғтибар бирелә. Хәүефһеҙлек мәсьәләһе Башҡортостан етәкселеге иғтибары үҙәгендә. Ә директорҙар һәм уларҙың тәрбиә эше буйынса урынбаҫарҙары менән кәңәшмәләр хәҙер даими рәүештә уҙғарыла. Сөнки, балаларҙың сәләмәтлеге өҫтөнлөклө булып ҡала.