Радий Хәбиров билдәләүенсә, республиканың театр эшмәкәрҙәре берлеге илдә иң ҙурҙарҙан һанала, 570 кеше уның ағзаһы булып тора. Владимир Машков менән Өфөләге Актерҙар йортоноң хәле, уны яңыртыуҙың төп өлөштәре тикшерелде. Яҡтар ремонт-төҙөкләндереү эштәренең аныҡ юл картаһы төҙөргә һөйләшеп килеште. Бынан тыш, осрашыуҙа Башҡортостандағы мөһим мәҙәни сара- милли театрҙарҙың "Туғанлыҡ" халыҡ-ара фестиваленә яр:ам тураһында ла һүҙ барҙы. Радий Хәбиров 2028 йылда Рәсәйҙең "Алтын битлек" милли театр премияһы еңеүселәрен бүләкләү тантанаһын Өфөлә үткәрергә тәҡдим итте.
Республика башлығы Рәсәйҙең халыҡ артисы Владимир Машков менән осрашты
Республика башлығы Рәсәйҙең театр эшмәкәрҙәре берлеге рәйесе, халыҡ артисы Владимир Машков менән осрашты.







