Күмәк ял майҙандары яңы миҙгелде ҡаршылай.
Май байрамдарына башҡала парктары ишектәрен асты. Өфө үҙенең күркәм тәбиғи урман биләмәләре лә, ҙур хәстәрлек менән ҡоролған яһалма парктары менән дә дан тота. Уларҙың һәммәһен дә халыҡ ял һәм аралашыу урыны булараҡ ярата. Урмансылар паркында йыйыштырыу эштәре әле киң йәйелдерелмәй. Биләмәлә һаман ҡар ята, йырғанаҡтар гөрләй. Урман һыҙатындағы шешлек ҡурыу майҙанындағы йәнлелек иһә миҙгел айырмай. Берәүҙәр ризыҡ әҙерләй, икенселәр тирә-йүнде сүп-сарҙан таҙартыу бурысын йөкмәгән. Мәжит Ғафури исемендәге парк та тәбиғи урман һыҙатында урынлашҡан. Ҡарағай, имән, йүкә ағастарында тейендәр һикерешә, ҡоштар һайрай, ҡарҙан яңы әрселгән ерҙә елбәгәй сәскә ата.Ғафури паркы яңы миҙгелгә ял итеүселәр өсөн яңы уңайлыҡтар әҙерләй. Шахмат һөйөүселәр асыҡ өҫтәл-эскәмйәләрҙән ҡыйыҡ аҫтына күсенергә йыйына.Ошонда уҡ йыр-бейеү, һүҙ оҫталары өсөн сәхнә төҙөлә, дөйөм туҡланыу нөктәләре асыҡ, уларҙан алыҫ түгел бар уңайлыҡтары ла күҙалланған бәҙрәф төҙөлөшө тамамланыу алдында.Ҡашҡаҙан паркында ике киҫкен миҙгелдең бергә осрашыуын күҙәтергә мөмкин. Ошонда уҡ ҡар ята, күлдә әле боҙ иреп бөтмәгән, әммә йәйге фонтан асыҡ, яҡында ғына ҡояшта ҡыҙыныусылар ҙа осрай. Йыйыштырыусылар үләндән яңы йылдан ҡалған ялтырауыҡтарҙы сүпләй. Фейерверк хәтирәләре бар майҙанға таралған. Парк хеҙмәткәрҙәренә эш етерлек.Парктарҙың әҙерлеге газондар таҙалығы ғына түгел, бар йыһаздарҙың төҙөклөгөнә лә бәйле. Аттракциондарҙың ныҡлығы, электр ҡоролмаларының хәүефһеҙлеге тикшерелә.Ҡашҡаҙан паркы асылыуға 15 йыл, уны яңы стандарттарға ярашлы төҙөкләндереүҙең тағы ла бер сәбәбе бар. 2018 йылда Рәсәйҙә үтәсәк футбол буйынса Донъя чемпионаты мәленә ул фанат биләмәһе булараҡ һайланған. “Уңайлы ҡала мөхитендә” кешеләр үҙен иркен тотһон өсөн ял шарттарынан тыш хәүефһеҙлек саралары ла мөһим. Ҡала биләмәһендәге йәшел майҙандар әлеге мәлгә кимереүселәрҙән ағыуланған. Оҙаҡламай серәкәй, талпандарға ҡаршы көрәшкә лә ваҡыт етер.Парктар сүп-сарҙан таҙартылып, йыһаздар төҙөкләндерелгәс, биләмәләр бөжәктәрҙән эшкәртеләсәк. Әлегә иһә шәхси хәүефһеҙлек сараларын күреү мөһим. .