Парламентҡа Ҡыҙыл һайлау округы буйынса өҫтәмә депутаттар тәғәйенләүгә тауыш биреүҙәрҙә электораттың иң ҙур ышанысын яулаған Андрей Назаров хәҙер башҡарма власть органдары вәкиле түгел, ә субьекттың закондар сығарыу системаһы өсөн яуаплы.
Башҡортостан парламенты депутаттарының быйылғы көҙгө сессияһы тарихи ваҡиғалар менән асыла. Быны йәшереп тә булмай. Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай Рәсәй Парламентаризмы һағында тора. Уға миҫалдар бихисап. Мәҫәлән, 27 йылда республика дептаттары 3 меңдән ашыу закон ҡабул иткән. Шул уҡ ваҡытта, документтарҙың күбеһе федераль кимәлдәге хоҡуҡи акттар нигеҙе лә булып тора. Яңы спикер депуттар эшен камиллаштырыу кәрәклеген айырым билдәләй.
Башҡортостан парламентының көҙгө сессиялағы тәүге ултырышында 104 депутат ҡатнашты. Шуны ла әйтеп үтәйек, кесаҙнана 3 депутат үҙ теләге менән ошо вазифанан баш тартыуы тураһында ла әйткән. Әммә, кесанҙа кәңәшмәһендә кворум етерлек. 104 депутаттың барыһы ла Андрей Назаров яҡлы. Бында фирҡәләрҙең сәйәси йүнәлештәре лә, программалары төрлөлөгө ҡамасаулыҡ түгел. Тимәк, депуттар яңы спикерға ышана, тине республика башлығы Радий Хәбиров.
Яңы спикер Андрей Назаров етәкселегендәге ултырыштың көн тәртибенә 40-тан ашыу закон проекты сығарылғайны. Уларҙың ҡайһы берҙәре айырым әһәмиәтле. Мәҫәлән, Башҡортостан алғы һыҙҡтан ҡайтыусы ветерандарға, уларҙың яҡындарына бизнес менән шөғөлләнеүҙә ярҙам күрһәтергә әҙер. Был документ беренсе уҡыуҙа уҡ ҡабул ителде.
Сентябрҙәге һайлауҙар һәм ундағы яңы ҡағиҙәләр һаман да йәмәғәтселек иғтибарында. Депутаттар ошоно ла иҫәпкә ала. Кампания барышында өгөтләү мәғлүмәттәрендә яһалма аҡыл ҡулланыу туыһынса тыйылғайны. Был закон электоратты һаҡлауҙың бер юлы, ти депутат Рөстәм Ишмөхәмәтов.
Ысынлап та, парламенттың көҙгө сессиялағы беренсе ултырышын “тарихи” тип атарға мөмкин. Сөнки, Ҡоролтайҙың тарихында Константин Толкачев айырым эҙ ҡалдырҙы. Тап уның хөрмәтенә, хәҙер Ҡоролтай йортонда айырым күргәҙмә эшләйәсәк.
Ә кесаҙна ултырышндағы ҡайһы бер документтар айырыуса ҡыҙыҡлы. Хәҙер, Башҡортостандың тимер юл, автовокзалдары, аэропорт биләмәһендә таксистарға пассажирҙарға үҙ хеҙмәтен тәҡдим итеү ҡәтғи тыйыласаҡ. Ҡаралған хоҡуҡи документтар араһында райондарҙағы айырым биләмәләрҙе махсус тәғәйенләшкә күсереүгә бәйлеләре лә булды.







