Һуғыш михнәттәре тураһында һүҙ менән аңлатырға ла, кино ярҙамында күрһәтергә лә мөмкин. Әммә театр сәнғәте теле менән ул бигерәк тә халыҡсан килә сыға, ти театр артистары. Ташкүмер шахталары менән дан алған Донбасс әле бик ауыр осорҙар кисерә. Дошман өсөн яғыулыҡ биреүҙән баш тартҡан Краснодон шахтерҙарын фашистар шурфтарҙың береһенә ташлай. Рок-опера замана йәштәренең ҡарашында ҡәләм менән яҙып булмағанды тамашасыға еткерә. Өфө тамашасыһы төрлө жанрҙағы спектаклдәрҙе ҡарай ала. Рок-операнан тыш, 18-се быуат аристократияһы интригалары тураһындағы мюзикл, "Бабий бунт" музыкаль комедияһы ла бар. Луганск театры өлгәшелгәндә генә туҡталып ҡалырға уйламай, Бөтә Рәсәй фестивалдәрендә сығыш яһарға, яңы гастролдәр тураһында хыяллана.
Луганск музыка-драма театры гастролдәр менән килде
Өфөгә тәүге тапҡыр Михаил Голубович исемендәге Луганск музыка-драма театры гастролдәр менән килде.







