Аҙналыҡ Уҡытыусылар көнө, Тәрбиәселәр көнө һәм Урта һөнәри белем көнө уңайынан үткәрелә. Был көндәрҙә «Рәсәйҙең йыл уҡытыусыһы», «Рәсәйҙең йыл директоры» һәм башҡа конкурстарға йомғаҡ яһала. Еңеүселәр 1 октябрҙә Кремлдә бүләкләнә. Башҡортостан һәр ваҡыттағыса Рәсәй кимәлендәге педагогик конкурстарҙа әүҙем ҡатнаша. Тәүге еңеүселәр ҙә бар. Хәйбулла районы Аҡъяр ауылының «Шатлыҡ» балалар баҡсаһынан Альбина Шәрипова «Иң яҡшы туған тел һәм туған әҙәбиәт уҡытыусыһы» Бөтә Рәсәй һөнәри конкурсында 46 тәрбиәсе араһында беренсе урынды яулағайны.
Рәсәйҙә 29 сентябрҙән 5 октябргә тиклем уҡытыусылар аҙналығы уҙғарыла
Ул педагогтарҙы, тәрбиәселәрҙе, мәғариф ойошмалары етәкселәрен, тәрбиә буйынса кәңәшселәрҙе, етештереү оҫталарын, юғары уҡыу йорттары уҡытыусыларын һәм студенттарын, мәғариф системаһында эшләүселәрҙе берләштерә.







