Уның ҡатнашлығында район һәм ҡалаларҙа балаларҙың һәм үҫмерҙәрҙең үҫешенә булышлыҡ иткән төрлө башланғыстар тормошҡа ашырылған. Тимченко фонды генераль директоры Галина Лапонова менән осрашыуҙа башҡарылған эштәргә йомғаҡ яһалып яңы маҡсаттар билдәләнгән. Былтыр Тименко фондына бирелгән ғаризалар һаны буйынса Башҡортостан алдынғы өс төбәк исемлегенә ингән. Республика башлығы Галина Лапоноваға юғары баһа һәм республикаға даими иғтибар өсөн рәхмәт белдерҙе.
Республика башлығы Тимченко фонды генераль директоры менән осрашты
Өс йыл эсендә был фонд Башҡортостанда 50 проектты ғәмәлгә ашырырға ярҙам иткән.







