Ҡурай байрамы

7 октябрҙә «Атайсал» мәҙәниәт үҙәгендә Башҡортостанда Ҡурай көнөнә һәм күренекле ҡурайсы Йомабай Иҫәнбаевтың тыуыуына 135 йыл тулыуға арналған төбәк-ара ғилми-ғәмәли конференция була.
  • Ҡурай байрамы
Ҡурай көнө республика етәксеһе Радий Хәбировтың тәҡдиме менән 10 октябрҙә булдырылғайны . Башҡортостанда ул тәүге тапҡыр 2025 йылда билдәләнде. Программа сиктәрендә пленар сессия, Хәйбулла районынан Йомабай Иҫәнбаев исемендәге музейҙың күргәҙмәһе, тематик күргәҙмәләр, башҡорт халыҡ музыка ҡоралдарында уйнау буйынса оҫталыҡ дәрестәре ҡаралған. Сарала Ҡурайсылар союзы рәтен тулыландырыу планлаштырыла – традицияларҙы һаҡлаусылар үҙҙәренең беренсе танытмаларын аласаҡ.