"Ғаилә зарницаһы" Бөтә Рәсәй спорт-тактика уйындарында Яңауылдан Әхмәҙиевтар ғаиләһе ҡатнашты

Волгоград ҡалаһында "Ғаилә зарницаһы" тигән Бөтә Рәсәй спорт-тактика уйындары үтте.
  • "Ғаилә зарницаһы" Бөтә Рәсәй спорт-тактика уйындарында Яңауылдан Әхмәҙиевтар ғаиләһе ҡатнашты

Икенсе тапҡыр уҙғарылған финалда Башҡортостан исеменән Яңауыл районынан Әхмәҙиевтар ғаиләһе сығыш яһаны. Был юлы унда бөтә илдән 300-ҙән ашыу ҡатнашыусы йыйылды.

Пехота гранаталар ташлап һәм шартлатып, ҡорал менән атып, дошман баҫып алған ауылды азат итә. Һөжүмгә авиация ла йәлеп ителә, шул иҫәптән техника ла.

Сараны алып барыусының аңлатыуҙарынан ғына был ысын һуғыш түгел икәнен төҫмөрләргә була. “Ғаилә зарницаһы” тигән Бөтә Рәсәй спорт-тактика уйындарында ҡатнашыусыларға хәрби күнекмәләр күрһәттеләр. Хәрби-патриотик сараның финалына бөтә илдән 80-дән ашыу команда саҡырылды. Улар араһында Яңауыл районынан Әхмәҙиевтар ҙа бар.

Бер аҙна эсендә ҡатнашыусыларға бихисап һынауҙар аша үтергә тура килгән. Ҡорал менән йүгереү, граната ташлау, дрон менән идара итеү – был ярыштарҙың аҙы ғына. Командалар менән бөтә этаптарҙа ла тәжрибәле остаздар – махсус хәрби операция ветерандары шөғөлләнгән.

Финалға үтеүселәр өсөн белем биреү һәм мәҙәни программа әҙерләнде. Ғаиләләр иһә ижади мөмкинлектәрен күрһәтте, танк өлгөләрен эшләне, шулай уҡ ғаилә шәжәрәһен төҙөү һәм аш-һыу әҙерләү буйынса конкурстарҙа көс һынашты. Бөтә Рәсәй спорт ярыштарын "Ватанды һаҡлаусылар" дәүләт фонды, "Беренселәр хәрәкәте", "Юнармия" хәрби-патриотик йәмәғәт хәрәкәте, “Яугир” хәрби-спорт әҙерлеге һәм патриотик тәрбиә биреү үҙәге ойошторорға ярҙам иткән. Ярыштар "Зарница 2.0" сараһының дауамы булып тора һәм икенсегә үтә.

Яңыраҡ ярыш һөҙөмтәләре иғлан ителде һәм еңеүселәр бүләкләнде. Иң көслөләре тип Псков, Һарытау һәм Әстрәхән командалары танылды. Ә Әхмәҙиевтар ғаиләһе алтын урталыҡта ҡалды һәм киләһе йылға юғары урын алыр өсөн тағы ла нығыраҡ шөғөлләнергә йыйына.